Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 16:45

Ғүмерең бөтһә... өҫтөңә берәй ҡыҙҙың осоп төшөүе лә бар икән...

20 ғинуарҙа Новосибирскиҙа ҡот осҡос фажиғә теркәлгән - 17 йәшлек егеттең өҫтөнә үҫмер ҡыҙ ҡыйыҡтан ҡолап төшкән. Ҡыҙ шунда уҡ үлгән, ә егет һуңынан дауаханала йән биргән. Уның ата-әсәһе менән хәбәрселәр осрашҡан.

Ғүмерең бөтһә... өҫтөңә берәй ҡыҙҙың осоп төшөүе лә бар икән...
Ғүмерең бөтһә... өҫтөңә берәй ҡыҙҙың осоп төшөүе лә бар икән...

Һәләк булған егеттең исеме Миша. Ул 2-се һанлы гимназияның 11-се синыфында уҡыған. Спорт менән шөғөлләнгән, тик "бишле" билдәләренә өлгәшкән, инглиз телен яҡшы белгән, киләсәккә яҡты өмөттәр бағлаған.

- Беҙ фажиғә булған ергә яҡын йәшәйбеҙ, - тип һөйләй атаһы. - Миша сәстәхананан сыҡҡас, магазинға юлланған. Уның сәсе оҙон ғына, шуға ла кешеләр уны тәүҙә ҡыҙ кеше тип уйлаған. Ләкин ул буйға оҙон, ныҡ кәүҙәле, хоккей менән шөғөлләнде, тормошҡа пландары күп ине. Магазинға ит алырға китеп барған. Яңыраҡ үҙе ашарға бешерергә өйрәнгәйне. Беҙҙең ғорурлығыбыҙ ине...

Сәстәхананан магазинға тиклем ни бары 10 минутлыҡ юл. Шул арала Миша әсәһенә хәбәр яҙып ебәрергә өлгөргән, сәсен ҡырҡтырыуы менән ҡәнәғәт булыуын белдергән.

Әсә улын өйҙә көткән. Тик балаһы ҡайтмаған. Телефонды ла алмаған.

- Улыбыҙҙы "Тиҙ ярҙам" алып киткән, - ти атаһы. - Шунда уҡ операция өҫтәленә һалғандар. Уның бөтә эске органдары зыян күргән булған. Ҡан эскә аҡҡан. Терелә алманы. Ҡотҡара  алманылар.

Фажиғә булған көндө Мишаның атаһы Красноярскиҙа командировкала булған. Уға Миша тураһындағы ауыр хәбәрҙе тәфтишселәр еткергән, ул мәлдә улының ғүмере өсөн табиптар көрәшкән. Һуңынан кесе улы Мишаның үлеүен шылтыратып әйткән...

Ҡурҡыныс ваҡиға шаһиты булған Евгения исемле ҡатындың һөйләүе буйынса, ул ике хеҙмәттәше менән Орджоникидзе урамы буйлап өйөнә ҡайтып барған. Тайып йығылмаҫ өсөн аяҡ аҫтынан күҙен алмаған. Шулай ҙа күҙ сите менән улар алдынан яҡынса биш метр алыҫлыҡта атлап барған егет өҫтөнә шапылдап ҙур әйбер килеп төшкәнен күргән. Ҡатын "Тиҙ ярҙам" саҡырған. Уның һөйләүенсә, ваҡиға урынына иң тәүҙә полиция хеҙмәткәре килеп еткән.

"Йөҙө ап-аҡ егет 10 минут тирәһе бөтөнләй ҡыбырламаны, шунан хәрәкәтләнә башланы, торорға маташты. Ләкин уға, торма, торма, ят, һиңә һелкенергә ярамай, тип әйттеләр, - ти Евгения. - "Тиҙ ярҙам" килеп, егетте алып киттеләр. Икенсе кешене шунда уҡ япма менән яптылар. Йөҙө менән аҫҡа ҡарап ятҡас, уның кем икәнен белмәнек. Ул ҡышҡы кейемдә ине. Аҙаҡ полиция хеҙмәткәрҙәренән, сарҙаҡҡа ишектең емерелгәнен, шунда телефон тапҡандарын, үлгән кешенең йәш ҡыҙ булыуын белдек".  

Йорт ҡыйығынан ҡолаған 16 йәшлек ҡыҙ 19 ғинуарҙа егетенең иғтибарһыҙлығына зарланып, өс аҙна мине күрмәмешкә һалыша, смс-тарға яуап яҙмай, тигән. Әхирәттәре ҡыҙ хаҡында: "Йомоҡ кеше, уны аңлауы ҡыйын ине",- ти. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Ғүмерең бөтһә... өҫтөңә берәй ҡыҙҙың осоп төшөүе лә бар икән...
Ғүмерең бөтһә... өҫтөңә берәй ҡыҙҙың осоп төшөүе лә бар икән...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: