Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 21:00

КЕШЕ ҮЛҺӘ...

Кеше үлһә, эй, геүләйҙәр, Күҙ йәш түгеп һөйләйҙәр... Ниңә икән шулай итеп Тере саҡта һөймәйҙәр?   Үлгәс кенә кешенең Яҡшы яғын күрәләр, Бағышлайҙар шиғырҙар, Доғалар һәм сүрәләр.   Үҙе быны белә микән? Уйлап та ҡарамайҙар, Барын да юғын һөйләп, Йөрәкте яралайҙар.   Кисә генә һеҙҙең янда Йөрөнө ошо бәндә. Ниңә йылы һүҙегеҙҙе Йәлләнегеҙ шул мәлдә?   Һеҙҙең йылы һүҙегеҙгә Мохтажлыҡ кисергәндер, Бер тамсы татлы һүҙҙе лә Тәмләүҙән иҫергәндер.   Тере саҡта күрмәнегеҙ, Оҙатҡанда — тулы зал. Кемегеҙҙер мәрхүмгә "Ҡаҙап" та ҡуйҙы миҙал.   Талантын да танынығыҙ, Тапшырылыр исем дә... Шөһрәтенә көнләшеп Баҫып тора иҫәндәр.   Ниңә кеше тере саҡта Атҡарылмай был эштәр? Ошо хаҡта уйланырға Ваҡыт инде, иптәштәр.   Үлдеме, мәрхүм менән Барыһы ла дуҫлаша, Һәммәһе лә изге булған, Хоҙай үҙе ҡушҡанса.   Кеше үлһә, эй, һөйләйҙәр, Күҙ йәш түгеп маҡтайҙар. Бығаса ҡайҙа булғандар? Саҡ янына ятмайҙар.   Кеше үлһә, эй, һөйләйҙәр, Телдәре-телгә йоҡмай. Борсомағыҙ, ул бит инде Мәңгелек йортта йоҡлай.   Ринат Сөләймәнов.                

КЕШЕ ҮЛҺӘ...
КЕШЕ ҮЛҺӘ...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: