0 °С
Болотло
Егет һөйләүенсә, 20 йәшлек иптәше Баймаҡ районынан Бөрйәнгә алып ҡайтыуын һораған. Баймаҡҡа барғас, егет бер ыңғайы туғандарының хәлен белешеп сығырға уйлай. 15 минуттан сығыуына машинаһынан елдәр иҫкән була. Ул был турала полицияға хәбәр итә. Баймаҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре "Лада Гранта" машинаһын Баймаҡ-Сәрмән автоюлының 46-сы саҡрымында баҫтырып тота.
Машина менән идара иткән Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылынан 20 йәшлек иҫерек егет, мин машина хужаһын көтөп арыным, шуға ҡайтып киттем, тип аңлата.
Уға ҡарата енәйәт эше асылған (РФ ЕК 166 ст. 1-се б.)
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.