Иң юғары тиҙлек – сәғәтенә 25 км. Рөхсәт ителгән ауырлыҡ 35 килограмдан артмаҫҡа тейеш.
Самокатҡа урынды билдәләү мөмкинлеге булған тиҙлекте сикләү ҡоролмаһы ҡуйылырға тейеш. Был паркҡа йәки скверға ингәндә тиҙлекте автоматик рәүештә кәметергә мөмкинлек бирә - тиҙлек 8 километрҙан ашмаҫҡа тейеш. «Әкрен зоналарҙың» сиктәре спутник координаталары буйынса үҙаллы билдәләнәсәк.
Артҡа хәрәкәт итеү сәғәтенә 6 саҡрымға тиклем тиҙлек менән һәм тауыш биреү сигналын ҡабыҙған килеш кенә рөхсәт ителә.
Хәрәкәтте тигеҙләү системаһы булған шәхси мобиллек электр транспортының төҙөк булмауы визуаль, тауыш йәки вибрацион сигнал менән белдереләсәк.
Урламаһындар өсөн етештереүселәр транспортҡа асҡыс, йоҙаҡ һәм электрон идара итеү ҡулайламалары ҡуйыуҙы күҙ уңында тоторға тейеш.
Яңы дәүләт стандарттары менән тулыһынса күрһәтелгән һылтанма буйынса танышырға мөмкин: vk.cc/cjOwyw
Документ халыҡ-ара стандарттарҙы иҫәпкә алып әҙерләнгән һәм Рәсәйҙең генә түгел, сит ил етештереүселәренә лә ҡағыласаҡ. Ул ошо хәрәкәт итеү сараларын классификацияларға, улар өсөн сикләүҙәр билдәләргә ярҙам итәсәк.
Талаптар мотлаҡ түгел - башҡа электрон транспорт та етештерергә һәм илгә индерергә мөмкин буласаҡ. Әммә барлыҡ талаптарҙы үтәгән компаниялар продукцияның милли стандарттарға тап килеүен һәм мөмкин тиклем хәүефһеҙ булыуын күрһәтә аласаҡ.
Һаҡ булығыҙ һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Сығанаҡ һм фото:#Аңлатабыҙ_Башҡортостан