Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 14:54

Депутат асарбаҡтарҙың хәлен белеште

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, парламенттың һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты рәйесе Салауат Харасов Өфөнөң Калинин паркындағы даими йәшәү урыны булмағандар өсөн ҡуйылған йылыныу пунктына барған.

Депутат асарбаҡтарҙың хәлен белеште
Депутат асарбаҡтарҙың хәлен белеште

Бында депутат әлеге социаль объекттың эшен тәьмин итеүселәр һәм килеүселәр менән аралашҡан. Ауыр тормош хәлендә ҡалып, йортонан яҙыусылар баш ҡалала байтаҡ, үкенескә күрә. Уларға ҡышын ошондай йылыныу пункты булдырыу иғтибарҙы аңлата. Салауат Харасов медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге тураһында ла хәстәрләй.

Был йылыныу пункты яҙ уртаһына тиклем эшләйәсәк. Парламентарий белдереүенсә, ярҙам проекты БР Башлығы Радий Хәбиров булышлығында ғәмәлгә ашырыла.

– Ярҙам комплекслы булырға тейеш, пландар бар, эшләйәсәкбеҙ, - тине депутат.

Фото: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

Депутат асарбаҡтарҙың хәлен белеште
Депутат асарбаҡтарҙың хәлен белеште
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: