Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 18:20

«Чебурашка»ны ҡаранығыҙмы?

Рәсәй фильмы уңыш яулауын дауам итә – әле ул прокатта биш миллиард һум аҡса эшләгән.

«Чебурашка»ны ҡаранығыҙмы?
«Чебурашка»ны ҡаранығыҙмы?

Был сумма, йәғни касса йыйымы – ил кинопрокаты тарихында иң ҙур күрһәткес.

Режиссер Дмитрий Дьяченконың фильмы 1 ғинуарҙа прокатҡа сыҡты ла, шунда уҡ тамашасылар иғтибарын йәлеп итте. Шулай булмай ни, яңы йыл каникулында ғаилә менән ҡарарлыҡ берҙән-бер тиерлек кино булды ул. Ике аҙнала касса йыйымы дүрт миллиард һум булған. Әле биш миллиард һумға еткән.

Чебурашка тигән персонаж беҙгә совет осоронан уҡ таныш, шулаймы? Уның Гена крокодилы ла һаман хәтерҙә әле. Ә был яңыса, заманса Чебурашка халыҡты нимәһе менән ҡыҙыҡтыра икән? Кем ҡараны, тәьҫораттарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ.

Фото: Фильмдан скриншот.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: