Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 15:30

Был емеште даими ашау яман шештән һаҡлай

Диетологтар белдереүенсә, йөрәктең һәм ҡан тамырҙарының торошон яҡшырта, нервылар системаһын нығыта.

Был емеште даими ашау яман шештән һаҡлай
Был емеште даими ашау яман шештән һаҡлай

Ниндәй емеш, тиһегеҙме? Мәскәүҙән табип-терапевт, диетолог, медицина фәндәре докторы Маргарита Королева һүҙҙәренсә, был – авокадо.

Иң тәүҙә ул – репродуктив функция өсөн, шулай уҡ үпкәләрҙең һаулығына кәрәкле файҙалы майҙар сығанағы.

Авокадола үҫемлек аҡһымы ла бар. Ул организмдың туҡымаларын төҙөүгә кәрәк.

Был емештә В төркөмө витаминдары (бөтә организм, шул иҫәптән нервылар өсөн) бар. Белгес авокадоны аҙнаһына ике-өс тапҡыр ашарға кәңәш итә. Шулайтҡанда унан максималь файҙа алына. Яман шештән профилактика өсөн иһә унан да мөһим емеш юҡ.

Хәҙер ул беҙҙең магазиндарҙа ла йыш күренә, мөмкинлек булғанда, алып ашағыҙ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: