Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Января 2023, 11:30

Башҡортостан халҡы үҙенсәлекле күренешкә шаһит була ала

Бөгөн кисен Венера менән Сатурндың бер-береһенә яҡынайыуын күрә алабыҙ. Был турала Өфө планетарийы хәбәр итә.

Башҡортостан халҡы үҙенсәлекле күренешкә шаһит була алаБашҡортостан халҡы үҙенсәлекле күренешкә шаһит була ала
Башҡортостан халҡы үҙенсәлекле күренешкә шаһит була ала

Күренеште күҙәтеү өсөн иң уңайлы ваҡыт - 22 ғинуарҙа 18:30 сәғәттә. Сағыу Венера көньяҡ-көнбайышта офоҡ өҫтөндә яҡшы күренәсәк. Уның янында Сатурн буласаҡ.

Бер сәғәттән һуң, 19:35-тә, Венера менән Сатурн офоҡ артында юғаласаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас