Яңы йыл - Ҡытай (ай) календарында иң оҙон һәм иң мөһим байрам. Был байрамға арналған фестивалдәр, тантаналар 15 көн дауам итә. Йыш ҡына ай календары буйынса Яңы йылды "ҡытай Яңы йылы" тип йөрөтәләр, сөнки иң тәүҙә уны Ҡытайҙа байрам итә башлағандар, шунан һуң байрам Азия илдәре буйлап таралған. Ҡытайҙа, әйткәндәй, Яңы йыл байрамы "Чунь цзе" - "Яҙ байрамы" тип атала.
Был мәғлүмәт уртаҡ үҫеш өсөн, дуҫтар. Шулай ҙа байрам уңайынан һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Именлектә, муллыҡта, бәрәкәттә, ҡыуаныстарҙа һау-сәләмәт йәшәгеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.