Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Ғинуар 2023, 19:13

Андрей Назаров Беларусь Республикаһына эш сәфәренә йомғаҡ яһаны

- Беҙҙең делегация союз дәүләтенә бай эстәлекле эш сәфәрен тамамланы, - тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙә. - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы йылда Рәсәй төбәктәре етәкселәре араһында иң беренселәрҙән Белоруссияға барҙы.

Андрей Назаров Беларусь Республикаһына эш сәфәренә йомғаҡ яһаны
Андрей Назаров Беларусь Республикаһына эш сәфәренә йомғаҡ яһаны

Әйткәндәй, былтыр Рәсәйҙән Белоруссияға һәм кире йүнәлештә ойошторолған рәсми делегацияларҙың һаны йөҙгә яҡын. Был - ике яҡлы ныҡлы мөнәсәбәттәрҙең сағыу күрһәткесе.

Башҡортостан-Белоруссия линияһы буйынса мөнәсәбәттәр бөтөнләй яңы, юғарыраҡ кимәлгә сыға. Республикабыҙ Башлығы Белоруссия коллегалары менән бер нисә осрашыу үткәрҙе: Премьер-министр Роман Головченко, Президенттың эштәре идарасыһы Юрий Назаров менән. Шулай уҡ беҙҙең делегацияны Рәсәй Федерацияһының Белоруссиялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов ҡабул итте.

Шуны әйтәм - сәфәр һөҙөмтәле үтте. Төп ҡаҙаныштарҙан түбәндәгеләрҙе атар инем:

- Партнёрҙар менән 2023 йылдың 26-28 июнендә Өфөлә үтергә тейешле Рәсәйҙең һәм Беларусь төбәктәренең X Форумына әҙерлек тикшерелде. Шуға бәйле, 2023 йылдың яҙында, хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн, Өфө - Минск - Өфө тура авиарейстары асыла. Форум сиктәрендә күргәҙмә, мәҙәни, спорт майҙансыҡтары ойошторорға уйлайбыҙ.

- Сауҙа әйләнеше күләмен арттырыу мөмкинлектәре, шулай уҡ талап ителгән продукцияның производстволарын локалләштереү проекттары тикшерелде (2022 йылдың декабрендә Өфөлә үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы йомғаҡтары буйынса Башҡортостан һәм Беларусь предприятиелары дөйөм суммаһы 60 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөгән. Улар, атап әйткәндә, Беларусь Республикаһына "Башҡортостан сода компанияһы" продукцияһын оҙатыуҙы күҙ уңында тота).

- Амкадор менән игенде киптереү ҡорамалдары буйынса заводты сафҡа индереү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн техника етештереү буйынса завод төҙөй башлау тураһында һөйләшеп килештек.

- Беҙ шулай уҡ сәнәғәт заводтарын ҡарап сыҡтыҡ, улар менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйбеҙ.

- Партнерлыҡты киңәйтеү өсөн хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнөк, юл картаһын төҙөп, эш төркөмө ойошторҙоҡ. Был Башҡортостан һәм Беларусь предприятиелары араһында тәрән интеграцияға булышлыҡ итергә тейеш.

- Беларусь етәкселеге Башҡортостан Республикаһы Башлығының Башҡортостанға зубрҙарҙы килтереү буйынса башланғысын хупланы.

Даталар буйынса сәфәрҙәр Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров менән бер ваҡытҡа тап килде. Был беҙҙең өсөн бик позитив билдә, тип иҫәпләйем, тимәк, беҙ һәр ваҡыт перспективалы планлаштырыуҙы дөрөҫ күҙаллайбыҙ.

Союздаш дәүләт үҙ сиктәрен нығытыуға, айырыуса Көнбайыш күршеләре уға яҡынлашырға ниәтләгәндә, айырым иғтибар йүнәлтә. Шул уҡ ваҡытта Сергей Лавров айырым Европа сәйәсмәндәре араһында "айыныу" күҙәтелеүен билдәләне.

Ҡайһы бер илдәр икенселәрҙең иҡтисадын ҡомһоҙ йотһа, Рәсәй дәүләте эшлекле ышаныслы мөнәсәбәттәр төҙөү менән мәшғүл.

Беҙҙең партнерҙарға һәм хеҙмәттәштәргә шундай йылы ҡабул итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт! Тағы ла барасаҡбыҙ һәм яҙ көнө республикабыҙҙа көтәбеҙ!

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: