Яҡын дуҫыбыҙ ҡытайҙарҙы ҡотламай булмай инде. Әйткәндәй, уларса Яңы йылдың беҙҙең календарь буйынса аныҡ ҡына көнө юҡ, йәғни быйыл 21 ғинуарҙан 22-һенә ҡарай төндә башлана, киләһе йыл, мәҫәлән, 22-һенән 23-өнә ҡарай төндә булыуы мөмкин. Уларҙа яңы йылдың тәүге көнө иң оҙон төн һәм иң ҡыҫҡа көндән һуң, икенсе яңы айға тура килә.
Нимәһе ҡыҙыҡ: ҡытайса яңы йыл Рәсәйҙә иртәрәк башлана икән - Мәскәү ваҡыты менән сәғәт киске 7-лә. Беҙҙең республикала - киске 9-ҙа.
Ҡытайҙар 15 көн байрам итә. Рәсәйҙә лә шул сама инде, иҫкесәһе менән бергә. Бөтә ерҙе ҡыҙыл төҫлө әйберҙәр менән биҙәйҙәр. Әлбиттә, ҡуян да лайыҡлы урын ала.
Донъяла илдәр, халыҡтар күп булғас, һәр береһенең - үҙ байрамы, үҙ яңы йылы. Шулай йыл да үтә... Тыныслыҡ булһын!