Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 21:00

Уятығыҙ мине, өндәрем...

Һаташтыңмы әллә, Ер шарым, Йәш улдарың китә ваҡытһыҙ... Әсәләрҙең бәғерҙәрен телеп, Ҡайғы ҡошо оса холоҡһоҙ...   Һаташтыңмы әллә, Ерем, Балаларҙы йәтим итәһең... Егеттәргә үсең бармы әллә, Күҙ йәштәре юҡтыр кибәһе...   Типһә, тимер өҙөр ирҙәреңде, Ҡуйыныңа ниңә алаһың... Тәбиғәттең ҡартлыҡ ҡанунына Ниңә, Ерем, ҡаршы бараһың?   Аҡылыңа  кил, эй планетам, Тыныс булһын әле көндәрем... Бәлки, төштөр, был бөгөнгө, Уятығыҙ мине, өндәрем...   Миләүшә Әхмәтйәнова-Усманова

Уятығыҙ мине, өндәрем...
Уятығыҙ мине, өндәрем...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: