Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар , 21:32

Тырыш яҡташыбыҙ

Радий Хәбиров Беларусь Республикаһында эшләгән шәп яҡташыбыҙ менән таныштырҙы.

Тырыш яҡташыбыҙ
Тырыш яҡташыбыҙ

- Минең янда - Константин Климин, Беларусь Республикаһындағы Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағында Башҡортостан вәкиле, - тип яҙҙы республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. - Бик әүҙем, эшлекле, "папкалы башҡорт", ул беҙҙең эштә бик етди ярҙам итә. Күп осраҡта уның һөҙөмтәһендә бизнес-делегациялар менән алмашыу бара, беҙҙең компаниялар Беларусь Республикаһында яңы партнерҙар таба, тимәк, үҙ-ара тауар әйләнеше арта. Константин был юлы ла яҡшы ярҙам итте - беҙҙең делегация Беларусь ерендә һөҙөмтәле эшләне. Рәхмәт!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в