Түбәндә табип-диетолог Марьяна Джутова кәңәштәре:
Әгәр ҙә организмда сифатлы таҙа һыу булһа, тире лә шыма, йомшаҡ була, һыуһыҙлыҡ күҙәтелмәй. Ә кофе, алкоголь, энергетик эсемлектәрҙе күп ҡулланыу кире йоғонто яһай – тирене лә, организмды киптерә.
Тоҙҙо ла самалап ҡулланырға кәрәк. Әгәр ҙә ул тәүлек нормаһынан (1/2 балғалаҡ) артыҡ икән, ул саҡта организмдың һыу-тоҙ алмашыныуы боҙола, шыйыҡлыҡ йыйыла, һөҙөмтәлә шешенәһең.
Углеводтар. Был йәһәттән шәкәр ҡулланыуҙы, татлы күмәстәр, пирожный ашауҙы сикләү дөрөҫөрәк. Улар урынына емеш-еләк ашарға ғәҙәтләнегеҙ.
Эшкәртелгән ризыҡтың да файҙаһы юҡ. Колбаса, сосискалар, консервалар тирегә кире йоғонто яһай.
Ҡыҙҙырылған ит (айырыуса грилдә) зыянлы, ә быҡтырылғаны, бешерелгәне – файҙалы.
А, Е, С витаминдары күп булған аҙыҡ-түлекте һайлағыҙ. Улар етмәгән осраҡта сирләрһегеҙ, тирегеҙгә һытҡылар сығыр, авитаминоз булыр.
Әгәр ҙә йәш булып та тирегеҙ ҡартая (ваҡ йыйырсыҡтар, муйында “ҡулса”, һары төҫлө йөҙ) икән, сәбәбе организмға һыу етмәүҙә, иммунитетығыҙ түбән булыуҙа.
Алға – сынығыуға, һауығыуға, дөрөҫ туҡланыуға табан!