Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 13:54

Тиҙҙән яңы составтағы Йәштәр палатаһының тәүге ултырышы буласаҡ

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы етенсе саҡырылыш Йәштәр йәмәғәт палатаһының беренсе ултырышын 27 ғинуарға билдәләне.

Тиҙҙән яңы составтағы Йәштәр палатаһының тәүге ултырышы буласаҡ
Тиҙҙән яңы составтағы Йәштәр палатаһының тәүге ултырышы буласаҡ

Белеүегеҙсә, кандидаттар һайлап алыу буйынса финал этабы 14 ғинуарҙа үтте. Унда ике этап һөҙөмтәләре буйынса еңгән йәштәр менән әңгәмә ойошторолдо һәм 15 кеше һайланды. Уға тиклем 20 кандидатура раҫланғайны - унауҙы БР Башлығы күрһәтте, унауҙы БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы. Республика парламенты янындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһында 35 ағза.

Яңы саҡырылыш ағзаларына уңыштар, емешле эшмәкәрлек теләйбеҙ!

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: