Стәрлетамаҡтан 46 йәшлек ҡатын ялған "инвестиция компанияһы хеҙмәткәре" һүҙенә ышанып, мул табыш алырға өмөтләнгән. Әммә табыш алыр урынға үҙенең 300 мең һумын елгә осорған - шунсама аҡсаһын муттарға "бүләк иткән". Инвестициялау тәжрибәһе уның өсөн шулай күңелһеҙ тамамланған.
Өфөнән 53 йәшлек ир кеҫә телефонын социаль селтәр аша һатып алырға уйлаған. "Һатыусы" менән бәйләнешкә ингәс, уныһы гаджет өсөн хаҡты тулыһынса алдан түләүен талап иткән.
Ир уға 16800 һум күсергән, тик телефонды көтөп ала алмаған. Ә "һатыусы" юғалған.
Тәүлек эсендә муттар өс миллион һумға яҡын табыш алған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.