Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 12:52

Радий Хәбиров «Гомсельмаш» етештергән ауыл хужалығы техникаһы менән танышты

20 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһендә "Гомсельмаш" предприятиеһында булды. Был предприятие илдәге комбайндар һәм башҡа агротехника етештереүселәрҙең иң ҙурҙарының береһе. Техника Рәсәйгә, БДБ илдәренә һәм алыҫ сит илдәргә оҙатыла. Ҡорамалдар линейкаһында - 16 төр машина һәм уларҙың 70-тән ашыу моделе, модификациялары.

Радий Хәбиров «Гомсельмаш» етештергән ауыл хужалығы техникаһы менән танышты
Радий Хәбиров «Гомсельмаш» етештергән ауыл хужалығы техникаһы менән танышты

Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү цехтарын ҡараны, сығарылған изделиелар өлгөләре менән танышты.

- Беҙ ауыл хужалығын яңыртыу программаһын дауам итәбеҙ һәм лизинг программалары буйынса Беларусь Республикаһынан техниканы даими һатып алабыҙ. Уға ҙур һорау бар, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың һәм Гомель өлкәһенең артабанғы хеҙмәттәшлек итеү планында - республикала "Гомсельмаш"тың иген урыу комбайндарын йыйыуҙы локалләштереү.

Предприятиела Радий Хәбиров шулай уҡ "Гомельагрокомплект" компанияһының экспозицияһын ҡараны. Компания һыйыр һауыу ҡулайламаларын һәм малсылыҡ хужалыҡтары өсөн башҡа ҡорамалдар етештерә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: