Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 17:15

Радий Хәбиров Гомель һарай-парк ансамблен ҡараған

21 ғинуарҙа, Беларусь Республикаһына эш сәфәре сиктәрендә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Гомель өлкәһенең башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко һәм төбәктең рәсми делегацияһы вәкилдәре менән бергә Гомель һарай-парк ансамбленә барҙы. Гомель һарай-парк ансамбле - илдәге боронғо музей учреждениеларының береһе.

Радий Хәбиров Гомель һарай-парк ансамблен ҡараған
Радий Хәбиров Гомель һарай-парк ансамблен ҡараған

Комплекс составына  алты музей объекты - XVIII-XIX быуат архитектура һәйкәлдәре инә. Улар иҫәбендә - Румянцевтар һәм Паскевичтар һарайы, кенәз Паскевичтар часовняһы, административ бина, "Ҡышҡы баҡса" һәм ҡарау башняһы.

Радий Хәбиров архитектура комплексының абруйлы ҡунаҡтары кенәгәһенә үҙенең автографын ҡалдырҙы.

Делегация шулай уҡ комплекс биләмәһендә урынлашҡан Изге Петро-Павлов кафедраль соборында булды.

- Беҙ Белоруссияла ике тулы көн эшләнек. Улар бик бай эстәлекле булды - бик күп һөйләшеүҙәр, йөкмәткеле һәм конструктив осрашыуҙар. Бөгөн ҙур булмаған мәҙәни тәнәфес эшләп, Гомелдә һарай-парк комплексында булдыҡ, - тине Радий Хәбиров. - Был Беларусь Республикаһында иң яҡшы парктарҙың береһе. Үҙебеҙҙең парктар, рекреацион зоналар менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Бында үҙебеҙҙә файҙаланырлыҡ идеялар бар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: