Төбәк етәксеһе тегеү һәм эксперименталь цехтарҙы ҡараны, кейем-һалым өлгөләре менән танышты.
"Коминтерн" 2018 йылда ирҙәр өсөн пальтолар һәм курткалар тегә башланы, тип һөйләне фабриканың генераль директоры Ксения Пантюхова. Ә былтыр беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ кейеменең тәүге коллекцияһын тәҡдим иткәндәр. Бында мәктәп формаһын тегеүҙе лә үҙләштерәсәктәр.
Продукцияның төп өлөшө Рәсәйгә ебәрелә (экспорттың 70 проценты). Предприятие Donatto сауҙа маркаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың өс магазины - Өфөлә һәм берәүһе Октябрьскийҙа бар.
Радий Хәбиров "Коминтерн" етәкселеге менән хеҙмәттәшлек перспективалары, шул иҫәптән мәктәп уҡыусылары өсөн форма тегеү мәсьәләһе буйынса фекер алышты.
- Беларусь кейемдәре өсөн, айырыуса күп кенә көнбайыш компаниялары беҙҙе кейем-һалым менән тәьмин итеүҙән баш тартҡан саҡта, баҙарҙы киңерәк асырға кәрәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.