Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар , 16:30

Мобилизацияланғандар ҡасан ҡайтасаҡ?

Ошо һорау күптәрҙе борсой. Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Гусев Ура.ру сайтына, мобилизацияланғандар махсус хәрби операция бөткәс йәки баш командующий Владимир Путиндың бойороғо булһа, ҡайта алалар, тип белдергән. 

Мобилизацияланғандар ҡасан ҡайтасаҡ?
Мобилизацияланғандар ҡасан ҡайтасаҡ?

"Мобилизацияланғандарҙың ҡайтыуының төп шарты – еңеү. Икенсеһе – баш командующийҙың бойороғо. Шарттар шул. Аңлауымса, улар махсус хәрби операция бөткәнсе хәрби хеҙмәттә буласаҡ", – тигән Гусев.

Шул уҡ ваҡытта ул ротация буласағын да әйткән. "Улар ғәҙәти ғәскәрҙәр кеүек хеҙмәт итә, һалдаттарға ла, офицерҙарға ла ял талап ителә. Шуға ла улар алышынып торорға тейеш. Хәрби көстәрҙә мобилизацияланғандар менән контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙе айырып ҡарамайҙар. Барыһы ла тигеҙ", – тигән ул.

Дмитрий Гусев - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй граждандарын социаль һәм хоҡуҡи яҡлау, мобилизация мәсьәләләре буйынса Оборона министрлығы ҡарамағындағы эшсе төркөмө ағзаһы. 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ имен-аман йөрөһөн!!!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в