Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 11:00

Миҙал 26 йыл үткәс тапшырылған!

26-сы янғын-ҡотҡарыу отрядының янғын һүндереү машинаһы водителе Салауат Исламовҡа Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин  "Батырлыҡ өсөн" миҙалын тапшырҙы.

Миҙал 26 йыл үткәс тапшырылған!
Миҙал 26 йыл үткәс тапшырылған!

1991 йылда Салауат Мөхәмәт улы РФ Ҡораллы Көстәре сафына алына. 1993 йылда Магадан өлкәһе буйынса Эске эштәр идаралығында махсус тәғәйенләнештәге мобиль отрядта хеҙмәт итә башлай. Отряд составында 1995 һәм 1996 йылдарҙа Чечен Республикаһы территорияһында законһыҙ хәрби көстәрҙе ҡоралһыҙландырыу буйынса хеҙмәт командировкаларында була. Ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллек күрһәткәне өсөн РФ Президентының 1997 йылдың 12 мартындағы 221-се Указы менән ул "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған. Тик ваҡытында награданы алып өлгөрмәй.

Янғын бүлеге етәкселеге Магадан өлкәһе буйынса Эске эштәр идаралығына һорау ебәреп, награда үҙенең геройын йылдар үткәс тапҡан. 

Салауат Мөхәмәт улын ҡотлайбыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Миҙал 26 йыл үткәс тапшырылған!
Миҙал 26 йыл үткәс тапшырылған!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас