Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 21:15

Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө менән, дуҫтар!

Бөгөнгө байрамды билдәләү өсөн артыҡ бер нимә лә кәрәкмәй - ни бары бер-береңде ҡосаҡлау етә. Ә ҡосаҡлашыуҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ!

Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө менән, дуҫтар!
Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө менән, дуҫтар!

Беренсенән, ҡосаҡлашыу мөнәсәбәттәрҙе яҡшырта. Сөнки һүҙ менән әйтә алмағанды ҡосаҡлап еткерергә мөмкин. Шулай уҡ ҡосаҡлашыу мәлендә организмда окситоцин гормоны кимәле арта, ә ул ике кеше араһындағы бәйләнеште нығыта.

Икенсенән, ҡосаҡлашыу һыҙланыуҙы кәметә. Ҡосаҡлашҡанда окситоциндан тыш ауыртыуҙы кәметә торған эндорфиндар ҙа бүленә бит. Тик терапия һөҙөмтәле булһын өсөн ҡосаҡлашыу 20 секундтан ашыуыраҡ булырға тейеш.

Ҡосаҡлашыу йөрәк өсөн файҙалы. Йыш ҡосаҡлашҡан, етәкләшеп йөрөгән кешеләрҙең ҡан баҫымы күтәрелеп бармағанын тикшереүҙәр раҫлаған. Ә был үҙ сиратында йөрәк-ҡан тамырҙары патологияларын кәметә.

Ҡосаҡлашыу көсөргәнеште кәметә. Бына хәҙер үк ҡосаҡлашып, организмда кортизол гормоны концентрацияһын кәметә - тыныслана башлағыҙ.

Ҡосаҡлашыу беҙҙе бәхетле итә! Онотмағыҙ: һәр кемгә көнөнә иң кәмендә һигеҙ тапҡыр ҡосаҡлашыу талап ителә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: