Һөжүм итеүҙе видеокүҙәтеү камераһы теркәгән.
Кадрҙарҙа һөжүм итеүсенең ҡыҙыҡай менән бергә подъезға ингәне һәм уның капюшонынан тартҡаны күренә. Ярай ҙа ҡыҙҙың бәхетенән шул мәлдә лифт асылып, унан кешеләр килеп сыға һәм ирҙе ҡыуа.
"Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ошо ирҙең шәхесен асыҡлау, уны тотоу буйынса оператив-эҙләү сараларын башҡара. Фараздарҙың береһе буйынса, ир ҡыҙҙы таларға маташҡан ", - тиҙәр ведомствола.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.