- 2022 йылдан беҙҙең предприятиелар Рәсәй партнёрҙары менән өҫтәмә продукция, сеймал, материалдар һәм комплектлаусылар менән үҙ-ара тәьмин итешеү йәһәтенән әүҙем эшләй. Сауҙа даирәһе ярайһы уҡ һөҙөмтәле. Рәсәй баҙарында Гомель өлкәһенән йәмғеһе 526 предприятие үҙ продукцияһын һатыуға сығара, - тип билдәләне Иван Крупко. - 2022 йылда Башҡортостан менән Гомель өлкәһе араһындағы иҡтисади һәм гуманитар бәйләнештәр ярайһы уҡ нығынды. Бер нисә эш сәфәрҙәре ойошторолдо, эшлекле даирәләр даими бәйләнештә тора.
Иван Крупко, 2022 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Башҡортостандың һәм Гомель өлкәһенең тауар әйләнеше өлгәре йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 68 процентҡа артып, 40 миллион долларға еткән, тип хәбәр итте.
Башҡортостан Башлығы берлектәге проекттарҙы үҫтереү өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе атаны.
- Башҡортостан-Беларусь мөнәсәбәттәрендә Гомель өлкәһенең айырым ролен билдәләйем. Беҙҙең үҙ-ара визиттарыбыҙ даимиға әүерелер, тип ышанам. Беҙ Гомель өлкәһенең һәм Башҡортостандың үҙ-ара мөнәсәбәттәре үҫешә башлауын ҙур шатлыҡ менән билдәләйбеҙ. Быны статистика, шул иҫәптән тауар әйләнешенең үҫеүе һәм, иң мөһиме, яңы уртаҡ проекттарҙың барлыҡҡа килеүе раҫлай, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙе Башҡортостандың һәм Гомель өлкәһенең төҙөлөш, сауҙа, айырым иҡтисади зоналары өлкәләрендә хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәре ҡыҙыҡһындыра.
Актуаль проекттар иҫәбендә - Ишембай химия заводының катализаторҙарын "Мозырь нефть эшкәртеү заводында" файҙаланыу. Ауыл хужалығы өлкәһендә - Башҡортостандың малсылыҡ комплекстарын техника һәм ҡорамалдар, шулай уҡ "Полесье" урып йыйыу комбайндары менән тәьмин итеү.
Тулыраҡ мәғлүмәт рәсми сайтта: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/161220.html
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.