Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 21:45

Батыр иҫтәлегенә

Бөгөн Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың тыуған төйәгендә, Әбйәлил районының Асҡар ауылында, уның иҫтәлегенә алыш төрҙәре буйынса "Комбат" асыҡ республика турниры уҙҙы.

Батыр иҫтәлегенә
Батыр иҫтәлегенә

Унда 120 кеше: Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан «Самурай» спорт клубы, тай боксы федерацияһы, «Рубеж» спорт клубы, «Fight House», «Кристалл», Сибайҙан «Шоңҡар», Хәйбулла районынан "Дала амурҙары" командалары, Әбйәлил спортсылары ҡатнашты.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, Геройҙың әсәһе Айгөл Шакирова, район хәрби комиссары Максим Гребенщиков, «Комбат самообороны России» федерацияһы вице-президенты Сергей Ходько, баш судья Закуан Хажиғәлиев һәм башҡалар сәләмләне.

Был сара йыл һайын үткәреләсәк, бындай турнирҙар спортсыларға тәжрибә тупларға, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләргә ярҙам итә, тип билдәләгән сығыш яһаусылар.

— Тамерлан Илһамов та ошо бинала шөғөлләнгән, — ти Илдар Таһир улы. — Бөгөнгө алыштар ҙа ошо ҡаһарман кешенең иғтибарлы ҡарашы аҫтында үтте. Ул, әйтерһең дә, күҙәтеп, сығыштарҙы баһаланы.

Турнир кискә тиклем барҙы. Дүрт төрлө йәш араһында 23 ауырлыҡ категорияһында еңеүселәр билдәләнде.

Ярыш киләсәктә 300-гә яҡын спортсыны йыясаҡ, ти ойоштороусылар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Батыр иҫтәлегенә
Батыр иҫтәлегенә
Батыр иҫтәлегенә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: