Был хаҡта «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Дүртөйлө районының Мәҫкәү ауылында йәшәүсе 99 йәшлек Вәзиғә Бәҙәмшина яугирҙар өсөн бер нисә пар ойоҡбаш бәйләгән. Был һөнәргә ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ өйрәнә. Ул саҡта ла ул совет һалдаттарына ярҙам итә һәм фронтҡа бәйләнгән ойоҡбаштар оҙата.
Вәзиғә Бәҙәмшина мобилизацияланғандарға хат та яҙып һалған, егеттәргә тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләгән.
- Һеҙгә ауыр. Ошо ваҡытта яугирҙарға нисек булһа ла ярҙам итке килә. Йәнә һалдаттарға ойоҡбаш бәйләйем. Һәр ойоҡбашты доға ҡылып, Раббының ярҙамына өмөт бағлап бәйләйем. Күңелемдең һәм ҡулдарымдың йылыһы һеҙгә ярҙам итер, - тип яҙған яугирҙарға инәй.
Фото: Т. Аманов