Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 16:00

Башҡортостанда "Ҡаргиҙәр" операцияһы бара

16 ғинуарҙа башланған "Ҡаргиҙәр" айлығы 17 февралгә тиклем дауам итә. Тикшереүҙәр ял көндәрендә лә ойошторола.

Башҡортостанда  "Ҡаргиҙәр" операцияһы бара
Башҡортостанда "Ҡаргиҙәр" операцияһы бара

Иҫкәртеү саралары барышында Башҡортостандың Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы, "Башҡортостан Республикаһы һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан юлһыҙ урындарҙан йөрөгән мотосаралар, үҙйөрөшлө машиналар кеүек техника тикшерелә. Был операция мотосараларҙы ҡулланғанда йәрәхәтләнеү хәүефен иҫкәртеүгә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауға йүнәлтелгән.

Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: