Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Ғинуар 2023, 17:00

31 миллион һум ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителгән

Белорет районында элекке янғын хеҙмәте начальнигына хөкөм ҡарары сығарылған.

31 миллион һум ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителгән
31 миллион һум ришүәт алғаны өсөн хөкөм ителгән

Суд билдәләүенсә, етәксе 2016-2017 йылдарҙа законһыҙ рәүештә хеҙмәткәрҙәренә 58 миллион һум матди ярҙам биреүҙе ойошторған. Шуларҙың 31 миллионы - матди ярҙам биреүҙе ойошторған һәм хеҙмәт буйынса ҡурсалағаны өсөн ришүәт булып уның кеҫәһенә инеп ятҡан.

Башҡортостан Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, етәксе ҡаты ауырыуға дусар булып ҡыланған һәм уға 63 хеҙмәткәре аҡса индереп биргән. Ул шулай уҡ 1,2 миллион һум аҡсаны үҙләштереүҙә ғәйепләнә, уларҙы алыр өсөн ул ялған документтар күрһәткән булған.

Уны 13 йылға ҡаты режимлы колонияға хөкөм иткәндәр. Колониянан сыҡҡас, ул ете йыл дәүләт хеҙмәтендә эшләй алмаясаҡ. Бынан тыш, ул полковник дәрәжәһенән мәхрүм ителгән һәм 65 миллион һум штраф түләргә бурыслы. Штраф иҫәбенә уның ике банк бүлексәһендәге иҫәптәренә арест һалынған, Subaru машинаһы тартып алынған.

Элекке етәксе үҙ ғәйебен танымаған. Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инмәгән - элекке етәксе уға ялыу бирә ала.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: