Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 15:15

Юл фажиғәләре - 19 ғинуар

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ете кеше, шул иҫәптән бер бала, йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 26 иҫерек водителде тотҡан (дүрт кеше эскән килеш икенсегә эләккән).

Юл фажиғәләре - 19 ғинуар
Юл фажиғәләре - 19 ғинуар

Авария төрҙәре буйынса: ике осраҡта транспорт саралары бәрелешкән, дүрт тапҡыр йәйәүлеләр бәрҙерелгән. 

Бөрө ҡалаһында көндөҙ 22 йәшлек егет "Лада Гранта" машинаһында 13 йәшлек малайҙы төрттөргән. Үҫмер ярамаған ерҙән юл аша сығып барған. Медицина ярҙамын күрһәткәндән һуң, ул өйөнә ҡайтарылған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: