“Яҡындарым! Һағындығыҙмы мине ? Һеҙҙең менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәм!”
Билдәле йырсы, яҡташыбыҙ Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) социаль селтәрҙәге дуҫтарына мөрәжәғәт итте. Әйткәндәй, ул инде өсөнсө аҙна Таиландта ял итә.
Шуға күрә социаль селтәрҙәге дуҫтары менән дә һирәк аралаша икән.
- Мин юғалып-юғалып алам. Үпкәләмәгеҙ! Барыһы ла яҡшы, ял итәбеҙ, ҡояшта ҡыҙынабыҙ. Шуның араһында мөһим эштәрҙе лә хәл итәбеҙ, ижад менән шөғөлләнәбеҙ! – ти йырсы.