Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 13:12

Һөйөнсө: табиптарға өҫтәмә эш хаҡы түләнә!

Февралдән медиктар яңы махсус түләү ала башлаясаҡ.    

Һөйөнсө: табиптарға өҫтәмә эш хаҡы түләнә!
Һөйөнсө: табиптарға өҫтәмә эш хаҡы түләнә!

 

Уны  Рәсәй Социаль фонды түләйәсәк. Бының өсөн медицина ойошмалары   социаль ярҙамға хоҡуғы булған  белгестәрҙең реестрын булдырырға тейеш.    

Рәсәй Хөкүмәте индергән яңы түләү 2023 йылдың ғинуарынан һаулыҡ һаҡлау системаһының беренсел звеноһы медицина хеҙмәткәрҙәренә , үҙәк район һәм участка дауаханалары хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ «Ашығыс ярҙам» бүлектәрендә эшләүселәргә тейеш.  Уның күләме медицина хеҙмәткәренең категорияһына һәм ойошманың төрөнә ҡарап, 4,5 һәм 18,5 мең һум тиклем тәшкил итә.   

Ғинуар өсөн тәүге түләүҙәр  февраль аҙағында табиптарға барып етергә тейеш.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: