Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 12:00

Учалы халҡы батыр улы менән хушлашты

Ошо көндәрҙә Учалы филармонияһында Украинала барған махсус хәрби операция мәлендә һәләк булған контракт хеҙмәте капитаны, ГСАБ командиры Радик Ирек улы Йәнбәковты һуңғы юлға оҙаттылар.

Учалы халҡы батыр улы менән хушлашты
Учалы халҡы батыр улы менән хушлашты

Матәм сараһында БР Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ирек Әхмәтвәлиев Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен уҡып ишеттерҙе. Артабан район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, яугир уҡыған кластың етәксеһе, хәрби часть вәкилдәре сығыш яһаны. Радий Йәнбәков менән хушлашырға яҡындары һәм туғандары, дуҫтары, ҡала-район халҡы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары килгән ине.

Белешмә:

Радик Ирек улы Йәнбәков 1985 йылдың 20 ғинуарында Баймаҡ ҡалаһында тыуған. 2002 йылда Учалының 10-сы мәктәбен тамамлаған. Аҙаҡтан Екатеринбургта ВАКУ тамамлаған һәм РФ Ҡораллы көстәрендә офицер булған. 2023 йылдың 1 ғинуарында хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Ахун ауылында ерләнде.

Радий Хәбировтың указы буйынса СВО-лағы ҡаһарманлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Радик Йәнбәков үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: