Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 12:25

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының элекке хеҙмәткәре ришүәтселек һәм ҙур сумма аҡса үҙләштергәне өсөн хөкөм ителде

Башҡортостанда ришүәтселек өсөн «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 103-сө янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең махсус идаралығы» федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһының элекке етәксеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһы хәбәр итә.

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының элекке хеҙмәткәре ришүәтселек һәм ҙур сумма аҡса үҙләштергәне өсөн хөкөм ителде
Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының элекке хеҙмәткәре ришүәтселек һәм ҙур сумма аҡса үҙләштергәне өсөн хөкөм ителде

2016-2017 йылдарҙа ғәйепләнеүсе законһыҙ рәүештә идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә 58 миллион һумдан ашыу өҫтәмә матди ярҙам биргән. Уның бер өлөшөн  31 миллион һумын   ул ришәүәт итеп алған һәм хеҙмәткәрҙәрҙең артабан ҡаршылыҡһыҙ эшләйәсәктәрен вәғәҙәләгән. Шулай уҡ ул дауаланыу  кәрәклеге тураһында ялған мәғлүмәттәр биреү юлы менән 1,2 миллион һум аҡса үҙләштереүҙә ғәйепләнә.

 

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Суд уны 13 йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙата. Ул шулай уҡ 7 йылға дәүләт органдарында вазифаһын биләү хоҡуғынан һәм полковник дәрәжәһенән мәхрүм ителгән. Бынан тыш, ғәйепләнеүсе 65 миллион һум штраф түләргә тейеш.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: