Медиарейтингтың (киң мәғлүмәт сараларында телгә алыныу) ил буйынса исемлегендә Радий Хәбиров - етенсе. Был рейтингта тәүге урында - Мәскәү мэры Сергей Собянин. Икенселә - Чечня башлығы Рамзан Ҡадиров, өсөнсөлә - Мәскәү өлкәһе губернаторы Андрей Воробьев.
"Медиалогия" белгестәре аңлатыуынса, Радий Хәбировтың алдынғы позицияла тороуы Донбассҡа, СВО-лағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә, уларҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә лә бәйле.
Фото: "Башинформ".