Белеүегеҙсә, әле Башҡортостан делегацияһы Белоруссияла эшләй, төрлө һөйләшеү-осрашыу алып бара, хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә йүнәлтелгән фекер алышыуҙар үткәрә.
Радий Хәбиров "АМКОДОР-Эластомер" һәм "Элезер" предприятиеларында булды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәй Өфө районында "АМКОДОР" холдингының ауыл хужалығы техникаһы етештереү буйынса заводы төҙөлә башланы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.