Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 10:30

Намыҫһыҙҙар...

Күмертауҙа йәшәгән 82 һәм 87 йәшлек ике пенсионерҙы "Яҡынығыҙ аварияға тарыны" тигән схема буйынса алдап, уларҙың 500 мең һум аҡсаһын урлаған ике егетте тотҡандар. Алдан хөкөм ителгән 18 һәм 24 йәшлек егеттәр Удмурт Республикаһынан килеп, ололарҙың башын бутаған. (Фотолары сайтта).

Намыҫһыҙҙар...
Намыҫһыҙҙар...

Улар Ижевск ҡалаһында йәшәй, Күмертауға Ырымбурҙан килгән. Килеү менән бысраҡ эштәренә тотонған. Тәүҙә бер пенсионер ҡатынға инеп, уның 200 мең һум аҡсаһын алғандар, аҙаҡ икенсеһенән 300 мең һум алып сыҡҡандар. Аҡсаларҙы банк иҫәбенә күсерергә йыйынған саҡтарында уларҙы оператив хеҙмәткәрҙәр ҡулға алған. Егеттәр ҡасырға маташҡан, полицияға ҡаршылыҡ күрһәткән. 

Әлеге ваҡытта уларҙың ошоға оҡшаш башҡа енәйәттәргә ҡағылышы бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

Намыҫһыҙҙар...
Намыҫһыҙҙар...
Намыҫһыҙҙар...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: