Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 09:42

Үҙмәшғүл статусының ниндәй өҫтөнлөктәре бар?

"Үҙмәшғүл" тигән төшөнсә барлыҡҡа килде. Заман талабылыр, моғайын. Был статусты «Минең һалым» ҡушымтаһында йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша рәсмиләштерергә мөмкин.

Үҙмәшғүл статусының ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
Үҙмәшғүл статусының ниндәй өҫтөнлөктәре бар?

— Билдәләнгән страховка иғәнәләре түләү бурысы юҡ.

— Онлайн-касса кәрәкмәй - чектар автоматик рәүештә ҡушымтала формалаша. Уларҙы клиенттарға электрон почта йәки мессенджер аша ебәреүе еңел.

— хеҙмәт килешеүе нигеҙендә үҙмәшғүллекте төп эш менән бергә алып барырға мөмкин.

— Һалымдар ташламалы ставка буйынса түләнә: физик берәмектәрҙән килгән аҡсанан - 4 процент, ойошмаларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан - 6 процент.

— Үҙмәшғүл булып тәүгә теркәлгәндәргә 10 000 һум күләмендә һалым ҡайтармаһы бирелә.

— Рәсми килем кредит һәм социаль түләүҙәр юллағанда иҫәпкә алына.

— Мобиль ҡушымтала килем автоматик рәүештә иҫәпкә алына - отчёт алып барырға һәм декларация тапшырырға кәрәкмәй.

— Үҙмәшғүллекте «Минең һалым» ҡушымтаһында (https://npd.nalog.ru/app/) йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинет аша рәсмиләштерергә мөмкин (https://vk.cc/ckH8IL).

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: