Был конкурс – республиканың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң ижтимағи мөһим проекттарының береһе.
Йәмғиәт рәйесе, проект авторы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, конкурста йыл һайын Башҡортостандан ғына түгел, Силәбе, Ырымбур, Свердловск өлкәләренән дә, Татарстандан, Пермь крайынан, ХМАО-Югранан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша.
“2021 йылдағы V конкурс Милләттәр эше буйынса федераль агентлыҡ булышлығы буйынса үтте. Быйыл беҙҙең конкурсты Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, “Благомир” Рәсәй ветерандары ойошмаһы ла хупланы. География киңәйә, милләтенә, диненә ҡарамаҫтан ҡатнашыусылар һаны арта бара”, – ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Фото: Юлай Кәримов (архив)