Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 11:38

Көндөҙ серем итеп алыу кәрәкме?

Бер кемгә лә сер түгел, төшкө аштан  һуң күбебеҙҙе йоҡо баҫа башлай. Әммә бының зыяны юҡ.

Көндөҙ серем итеп  алыу кәрәкме?
Көндөҙ серем итеп алыу кәрәкме?

  Һуңғы тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  төштән һуң 15 – 20 минут ҡына сереп итеп алыу эшкә һәләтлелекте күтәрә.  Көндөҙгө йоҡо килеүҙе физиологтар  кеше организмының тәүлек биологик ритмының тирбәлеүе менән аңлата.  Әгәр ҙә беҙ тәүлек әйләнәһенә тән температураһын үлсәйбеҙ икән, ике тапҡыр уның минимумға төшөүен  күрәбеҙ:  төндә сәғәт 3 менән 5 араһында һәм  көндөҙ сәғәт 1 менән 3 араһында.  Ашауға ла, төнгө йоҡоға ла ҡарамай, тап ош арауыҡта кешене ныҡ итеп йоҡо баҫа.

Француз ғалимдары ошондай дәлилдәргә таянып,  кешегә тәүлегенә ике тапҡыр йоҡлау кәрәк, тип раҫлай.  Британия ғалимдары ла улар менән килешә.  Көндөҙгө аштан һуң  мейенең ҡайһы бер күҙәнәктәрендә тотҡарлыҡ барлыҡҡа килә һәм кешене йоҡо баҫа башлай, тип иҫәпләй улар.

  Ярты сәғәт кенә

Белгестәрҙең күп һанлы тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, урта һыҙатта йәшәүселәргә 10 – 20 минутлыҡ көндөҙгө йоҡо файҙаға ғына буласаҡ.  Бындай ялдан һуң кәйеф күтәрелеп кенә ҡалмай, физик һәм интеллектуаль әүҙемлек тә көсәйә.  Кешенең сәләмәтлегенә, йәшенә, эшенә, шарттарға бәйле, көндөҙгө йоҡоноң төрлө оҙайлыҡта булыуы ихтимал. Иң мөһиме –  ул 30 минуттан артырға тейеш түгел.  Оҙағыраҡ йоҡлаған хәлдә  кешенең эшкә һәләте кәмей. Бынан тыш биоритмдар боҙолоу сәбәпле,  кешенең  төндә оҙаҡ йоҡлап китә алмай интегеүе мөмкин.

 

Инфарктты һәм инсультты киҫәтә

Америка ғалимдары һәм табиптары билдәләүенсә,  көндөҙгө йоҡо йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһай.  Аҙнаһына өс тапҡыр 20 – 30 минут көндөҙ йоҡлап алған  кешеләрҙә инфаркт һәм инсульт кисереү хәүефе 40 процентҡа кәмей. Бер үк ваҡытта көндөҙгө ҡыҫҡа ваҡытлы йоҡоноң   ҡан баҫымына һәм  тотош организмға ыңғай йоғонто яһауы асыҡланған.

Мейегә файҙаһы ҙур

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә,  баш мейеһе көндөҙгө  йоҡонан һуң тағы ла нығыраҡ эшләй башлай, сөнки ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итеү өсөн яуаплы бүлектәре лә эшкә ҡушыла.  Яңы көс менән ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә тотоноу өсөн 15 минут серем итеп алыу ҙа етә. Көндөҙгө ял баш мейеһен кәрәкмәгән мәғлүмәттән таҙартыу өсөн дә  кәрәк. Белгестәр арыған баш мейеһен тулы почта йәшниге менән сағыштыра: ул да, урын булмау сәбәпле, башҡа мәғлүмәтте ҡабул итергә әҙер түгел.

Америка физиологы Сара Медник фекеренсә,  көндөҙгө йоҡо күреү һәләтенә лә ыңғай тәьҫир итә.  Ул әйтеүенсә, иртәнге ваҡытта кешенең күреү реакцияһы 10 миллисекунд тәшкил итһә, кискеһен 40 миллисекундҡа тиклем төшә. Ә көндөҙ серем итеп алыусыларҙың кискеһен дә бер үк кимәлдә ҡала.

Көндөҙгө йоҡо гормондар кимәлен көйләп, стрестарҙан арындыра. Кешенең һиҙгерлеге, иғтибарлығы көсәйә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: