Телефонды алған ҡатын егетте ымһындырған тауыш менән, һине шул-шул адрес буйынса көтәм, тип ышандырған. Егет күрһәтелгән координаталар буйынса атлап түгел, осоп барған икән, ҡалала ундай йорттоң бөтөнләй булмауы асыҡланған.
Ҡатынға аптырап шылтыратҡас, уныһы, артыңдан автомобиль ебәрәм, тип ышандырған. Машина килеп еткәнсе, күрһәтеләсәк хеҙмәттәр өсөн ике мең һум аҡса күсерергә ҡушҡан. Ике мең һум күскәс, билдәһеҙ ҡатын страховка өсөн 12 мең һум күсерткән. Аҙаҡ тағы төрлө һылтау табып, егеттән ике тапҡыр 25-шәр мең һум аҡса ебәрттергән. Егет мутбисәгә йәмғеһе 66 мең һум күсергән. Илле мең һумды онлайн-кредит алып тороп ебәргән. Тағы ла ебәрер ине әле, әгәр ҙә банк шикле аҡса күсереүгә иғтибар итеп, егеттең муттар менән бәйләнгәнен иҫкәртмәһәләр. Шунан һуң ғына егет аңына килеп, полицияға барған.
Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен билдәләү өсөн тәфтиш эштәре алып бара. Был турала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлегенән С.Вәлиева хәбәр итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.