Ике аяғы, уң ҡулы бешкән ир 1-се ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатылған.
Уҙған тәүлектә республикала 15 техноген янғын сыҡҡан, шуларҙың 13-ө шәхси секторҙа булған.
Көйөргәҙе, Мәләүез райондарында өйҙәрҙең стенаһы янған, Күгәрсен районында, Өфөлә һәм Октябрьскийҙа тимер вагонсыҡтарҙы ут ялмаған, Ауырғазы районында йөк автомобиленә ут тоҡанған, Өфө районы Ноғай ауылында ике ҡатлы ағас йорт янған, Дәүләкән районында - бесән, Балаҡатай районында - йорт, мунса, гараж, һарай, Иглин районында - мунса; Ағиҙел ҡалаһында - баҡса йорто, Бишбүләк районында өйҙөң иҙәне янған.
Фото: МЧС РБ.