Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 18:40

Фикустың япраҡтары ниңә һарғая?

Фикустың япраҡтары һарғая башланы. Сәбәбе нимәлә икән?

Фикустың япраҡтары ниңә һарғая?
Фикустың япраҡтары ниңә һарғая?


Фикус тәрбиәгә бик талапсан түгел, шулай ҙа иғтибар етмәгәндә ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға бирешә.. Уның актив үҫеш ваҡыты – яҙҙан көҙгә тиклем. Һыуҙы даими һибеү талап ителә. Ҡыш көнөнә бер мәртәбә дымландыралар. Сөнки гөлдөң тамырына артыҡдым йыйылһа, ул сирләй башлай. Үҫемлек артыҡ ҡояш нурҙарын да яратмай. Яҙ һәм йәй айҙарында фикусты ике аҙнаға бер тапҡыр комплекслы ашлама менән туҡландыралар. Ул көл,кесерткән төнәтмәһен ярата. Фикусты февраль, март айҙарында күсереп ултырталар. Йәш гөлдө йыл һайын, ҙурын 2 –3 йылға бер тапҡыр күсереп ултырталар. Кышҡыһын гөлдө һалҡын тәҙрә төбөнә ҡуймағыҙ. Ул ел, температура үҙгәрештәрен яратмай.

 

Фото: 6665666.ru

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: