Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 13:25

Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исемен бирерҙәрме?

Тәтешле районы әүҙемсеһе Фәнис Хөсәйеновҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме биреү тураһында тәҡдим менән сыҡҡан.

Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исемен бирерҙәрме?
Фәнис Хөсәйеновҡа Рәсәй Геройы исемен бирерҙәрме?

Петиция тексы change.org сайтында урынлаштырылған. Ул putin.kremlin.ru сайтына (Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путинға) яҙылған.

Унда: ”... был егет үҙенең батырлығы, рух көсө, ғәмәлдәре менән айырылып торҙо. Хөсәйенов Фәнис Әдип улына һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исемен биреүҙә ярҙам итеүегеҙҙе үтенәбеҙ! Фәнис барыбыҙ өсөн дә ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһөнә – Ватаныбыҙҙың уртаҡ һөйөклө, ысын улына әүерелде”, - тиелә.

Тулы текст менән үрҙә әйтелгән сайтта таныша һәм петицияға ҡушыла алаһығыҙ. Әле унда 1927 кеше теркәлгән, был һан арта бара.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: