"Utair" авиакомпанияһы 1 февралдән Өфө - Силәбе авиарейсын аса. Аҙнаһына ике тапҡыр - шаршамбы һәм йомала осорға мөмкин буласаҡ. Әйтеүҙәренсә, ике ҡала араһында 70 кешелек ATR-72 самолеттары осасаҡ. Юлға 1 сәғәт 20 минут ваҡыт китә.