Ошо яҙҙа Өфө - Минск, Минск - Өфө маршруты буйынса тура рейстар асыу планы бар. Әле ойоштороу эштәре бара.
Радий Хәбиров белдереүенсә, авиарейстарһыҙ интенсив бизнес алып барыу мөмкин түгел.
Минск аэропортынан, осош өсөн Red Wings компанияһы ғариза биргән, тигәндәр. Рейстарҙы 6 мартта башлау күҙаллана. Башҡортостан пассажир ташыусының сығымдарының 50 процентҡа тиклемен ҡаплаясаҡ.
Ике арала элек рейс бар ине, "Белавиа" компанияһы самолеттары осто. Әммә Европа берлеге санкциялары арҡаһында Белоруссияның авиатранспорт мөмкинлеге сикләнде, Өфөгә осорға самолеттар етмәй башланы. Шуға күрә рейстар туҡталғайны.