-5 °С
Болотло
Кисә майҙансыҡта ҡала хакимиәте вәкилдәре булып китте. Өфөгә ҡар иретеү пункттары кәрәк. Сөнки ҡышын ҡар күп була, ҡайҙалыр ситкә сығарып өлгөрмәйҙәр. Әле Трамвай урамында ҡар иретеү пункты бар, әммә ул ғына етмәй. Өфөлә кәмендә биш "иреткес" булырға тейеш.
Әлеге полигон проекты баш ҡалабыҙҙа эшләнгән. Объектта иң заманса ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ. Ҡар махсус һауытҡа тултырыла, сүп-сары айырып алына һәм һыу ҡала канализация коллекторына аға. Полигонды ошо ҡышта уҡ төҙөп бөтөү яйын эҙләйҙәр, ә ниәт буйынса ул йыл уртаһына әҙер булырға тейеш ине.
Фото: В Уфе строится подземная многоэтажка (vk.com)