Был аҙна һанында төп тема - "Йәшлек" гәзитенең бер быуатлыҡ юбилейы. Ошоға арнап, беҙҙә эшләп киткән журналистар, баш мөхәррирҙәр һәм башҡа шәхестәрҙең иҫтәлектәре бирелгән. Беренсе битте иһә редакцияла әле эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең фотоһүрәте биҙәй.
Икенсе һәм өсөнсө биттәрҙә республиканың рәсми донъяһы яңылыҡтарын, бишенселә - сәйәсәт темаһына мәҡәләне уҡығыҙ.
Был аҙнаның "Йәшлек" ҡунағы" рубрикаһында шахбокссы Илсур Исхаҡов тураһында яҙҙыҡ.
8-9 биттәрҙә Илдар Ғәбитовтың төбәк йылҡысылығына арналған мәҡәләһе бирелгән.
10-сы биттә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын уҡығыҙ. Быйыл әҙибәнең тыуыуына 115 йыл билдәләнә.
Был аҙна һанында шулай уҡ "Хәтер" бүлегендә "Һағынабыҙ һине, ғалим!", "Нефтсе Хөснөтдин - Рәмиҙең синыфташы" тигән мәҡәләләр, шәхси хужалыҡҡа ҡағылған кәңәштәр, "Көнләшеү - яман сир" тип аталған фәһемле яҙма, "Тормош юлдары ҡатмарлы" рубрикаһындағы сираттағы тарих, спорт бите, йондоҙнамә, ТВ программаһы, сканворд, төрлө кәңәштәр урын алған.
Иптәштәр, был аҙна гәзитендәге рекламаға - мәғлүмәт яңылығына аптырамағыҙ. Барыһы ла килешелгән, ҡыҙыҡһынған кешегә ул файҙалы буласаҡ.