700 г эремсеккә туғылған ике йомортҡа ҡушып, бутарға һәм ике ҡалаҡ шәкәр, ике балғалаҡ ваниль шәкәре өҫтәргә, уларға манный ярмаһы ҡушып, яҡшылап болғарға. 10 минутҡа ябып ултыртып торорға.
Шунан тағы ла болғап, шарсыҡ эшләргә һәм манныйҙа әүәләргә. Матур түңәрәк формаға килтереп, майҙа ике яҡтан да 2 – 3 минут ҡыҙҙырырға.
Әйткәндәй, видеояҙмала таба ҡапҡасын ябып бешергәндәре күренә. Күпме кешегә әҙерләйһегеҙ, миҡдарын үҙегеҙ самалағыҙ.
Тәмле булһын!