Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Ғинуар 2023, 18:53

Башҡортостан Башлығы Белоруссияла юл буйы сервисы менән танышты

Радий Хәбиров "Белоруснефть" компанияһының Могилев өлкәһендә урынлашҡан юл буйы сервисы комплексында булды. Ул автозаправканан, кафе һәм магазиндан тора.

Башҡортостан Башлығы Белоруссияла юл буйы сервисы менән танышты
Башҡортостан Башлығы Белоруссияла юл буйы сервисы менән танышты

Беларусь юлдарында был компанияның 575 заманса автозаправкаһы эшләй. Уларҙың күбеһе бер нисә хеҙмәт күрһәтә. АЗС-тарҙың байтағында электр зарядкаһы станцияһы, автомобиль йыуыу, техник хеҙмәтләндереү пункттары, ҡунаҡханалар, балалар бүлмәләре бар.

Өҫтәүенә компанияның үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса агрохужалығы ла бар. Ауыл хужалығы тауарҙарын үҙҙәренең юл буйы кафеларына илтәләр.

"Белоруснефть" вәкилдәре һөйләүенсә, был сервис комплекстарын һанлаштырыуға ла ҙур әһәмиәт бирелә, әлбиттә, туристарға ла уңайлыҡтар булдырыла, иҫтәлекле урындар хаҡында мәғлүмәт эленгән.

Фото: БР Башлығы сайтынан. 

Башҡортостан Башлығы Белоруссияла юл буйы сервисы менән танышты
Башҡортостан Башлығы Белоруссияла юл буйы сервисы менән танышты
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: