Дыуан районында ла автоклуб эшләй. Ошо көндәрҙә Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Салауат районына гастролгә барған, тиҙҙән Дыуандағы клубы булмаған бер нисә ауылға ла килеп етәсәк.
Был районда автоклуб йыл ярым эшләй. Ул милли проект буйынса һатып алынған. Әйткәндәй, районда 47 ауыл, шуларҙың 22-ендә клуб бар. Ҡалғандарын мәҙәни тормоштан өҙмәҫ өсөн автоклуб бара.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.